“Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр дәүере” Бөтә Рәсәй хеҙмәт урыны йәрминкәһенең тәүге этабында эш тәҡдим итеүселәр араһында төрлө өлкә-тармаҡҡа ҡараған предприятие вәкилдәре йыйылды – йәмғеһе 25 эш менән тәьмин итеүсе 570 вакансия тәҡдим итте. Улар араһында Башҡорт сода компанияһы, “Инман” концерны, “Станкостроение” предприятиеһы, Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы, Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы, Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты, “Дөйөм туҡланыу”, “Профтекс”, "Тандер”, “Агроторг” һымаҡ эре предприятиелар бар ине. Хатта юғары эш хаҡы һәм юғары талаптарға эйә “Газпром” берекмәһендә лә эш һайларға мөмкин ине. – Стәрлетамаҡ сәнәғәт, сауҙа, бизнес һәм социаль өлкә үҫешкән ҡала булараҡ, ҡалала йәштәргә лә, урта быуын вәкилдәренә лә эш табырға була. Шуныһы мөһим: был йәрминкәлә төрлө йүнәлештәге вакансиялар тәҡдим ителә, – тип белдерҙе Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының йәмғиәт менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Павел Шорохов. Атап әйткәндә, мәҫәлән, троллейбус идаралығына кондукторҙар