Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 28 апрелдә төндә Ҡариҙел районының Магинск ауылында янғын теркәлгән. Ваҡиға урынына ведомствоның ҡотҡарыусылары һәм Ҡараяр ауылы хакимиәтенең ирекмәндәр янғын командаһы килгәндә 7х12 метр ҙурлыҡтағы ике фатирлы һәм 8х13 метр ҙурлыҡтағы дүрт фатирлы йорттарҙы ут ялмап алған булған. Янғынды һүндереүгә бер сәғәт ваҡыт киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиға урынында 1954 йылға ирҙең кәүҙәһе табыла. Шулай уҡ Илеш районының Тыпый ауылында ла бер йорт янған. Ведомство ҡотҡарыусылары һәм Үрмәт ауыл хакимиәтенең ирекмәндәр янғын командаһы килгәндә 5х6 метр ҙурлығындағы йорт янған була. Был юлы ла утты һүндергәндән һуң 1946 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла. Ваҡиғалар сәбәбе асыҡлана. Янғын урынында тәфтиш-оператив төркөмө һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй. “Хөрмәтле граждандар, электр приборҙарын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, бер үк ваҡытта күп приборҙарҙы бер розет
Туғаныңды юғалтыу, ауыр заманда урамда тороп ҡалыу ҙур ҡайғы инде ул...
30 апреля 202330 апр 2023
1 мин