Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Үҙ еренең ысын хужаларын тәрбиәләйбеҙ!

Әлбиттә, эш урындары булдырыу, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү һәм башҡа шарттар тыуҙырыу буйынса хатта махсус программалар ҙа тормошҡа ашырыла. Шул уҡ ваҡытта бала - аҡ ҡағыҙ, тигәндәй, әле мәктәптән үк унда дөрөҫ һөнәри йүнәлеш биреү ҙә бар бит әле. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ районы үҙенсәлекле, әйтергә кәрәк, республикала берҙән-бер(!) алым уйлап тапҡан – районда былтырҙан алып махсус аграр лагерь эшләй башланы. Балалар каникулының 21 көнөн ошо лагерҙа үткәрә. Улай ғына ла түгел, лагерь башланыр алдынан район етәкселеге башта ата-әсәләр өсөн йыйылыш ойоштора, уның сиктәрендә “асыҡ ишектәр көнө” форматында ата-әсәләр лагерҙың көндәлеге, маҡсаты менән таныша, шунан ғына балаһын йүнәлтә ала. “Агробыуыун-2023” тип аталаған бындай йыйылыш ошо көндәрҙә нәҡ “Башаҡ” (“Колос”) лагерында үтте. – Районда 19 агрокласс эшләп килә, ә Николаевка ауылы мәктәбе агромәктәп статусында эшләй. Лагерҙы ойоштороу эштәрендә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡорт аграр университеты, район хужалыҡтары ҙур ярҙам күрһәтә. Былтыр лагерҙа 50 бала ял итеп, ауыл хужалғы буйынса белемен камиллаштырһа, быйыл ике сменала 130 уҡыусыны йәлеп итергә планлаштырабыҙ, – тип һөйләп үтте районда мәктәп уҡыусылары араһында алып барылған һөнәри йүнәлеш хаҡында Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Иманғолова. Лагерь эшенә килгәндә, былтыр район уҡыусылары көн дә яңы һөнәр “үҙләштереп” ял иткән. Мәҫәлән, бер көн умартасылыҡҡа барып, бал ҡорттары менән нисек эш итергә өйрәнһә, икенсе көн урындағы ауыл хужалығы предприятиеһында тракторҙарҙы тотоп ҡарап, һыйырҙарға үлән ашатып, механизатор, һауынсы, малсы, хатта бәшмәк үҫтереүсе итеп тә тойоп ҡараған үҙҙәрен. Бынан тыш тәмлекәстәр бешереү, ҡорот яһау серҙәренә төшөнгәндәр, башҡа бик күп ауыл хужалығы һөнәрҙәре оҫталығына өйрәнгәндәр. Бынан тыш лагерҙа кисен республиканың билдәле шәхестәре менән осрашыуҙар үткән, шулай уҡ бассейн эшләй. Ғөмүмән, “Башаҡ” үҙ исеменә тап килеп, балаларҙа иген башағының нисек үҫкәнен аңларға, ябай хеҙмәттең тәмен тойорға өйрәткән. Хакимиәт башлығы урынбаҫраы билдәләүенсә, лагерҙың тәү маҡсаты - балаларҙа ер эшенә, ябай хеҙмәт менән бәйле, ҡыҙыҡһыныу уятыу. Мәҫәлән, күптәрҙең үҙ пай ерҙәре бар, ә ҡайһы берәүҙәр ул ер менән нисек ҡулланырға, табыш алырға мөмкинеге хаҡында уйлап та бирмәй. – Әлбиттә, киләсәктә ошо лагерҙа ял иткән һәр бала агроном йә иһә механизатор булып китмәҫ, әммә ябай һөнәр эйәһенә хөрмәт менән ҡарар, ерҙең ҡәҙерен аңлар - ошо ерҙең ысын хужаларын тәрбиәләргә тырышабыҙ! – тип тә өҫтәне Эльвера Ғүмәр ҡыҙы. Әйткәндәй, был үҙенсәлекле проект өҫтөндә райондың төрлө тармаҡтары берлектә эшләй һәм ул шул иҫәптән Владимир Путиндың “Май указдарына” ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә лә (национальный проект "Производительность труда") тормошҡа ашырыла.