Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һеҙҙең хеҙмәт – ҡотҡарылған ғүмерҙәр!

“Һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым! Янғын һүндереү хеҙмәте батырлыҡ, юғары һөнәри оҫталыҡ талап итә. Һеҙҙең берҙәм, етеҙ, шул уҡ ваҡытта аҡыл менән эш итә белеүегеҙ арҡаһында бихисап ғүмерҙәр ҡотҡарыла. Былтыр оҫталығығыҙ ярҙамында ун меңдән ашыу янғын һүндерелгән, дүрт меңдән ашыу ғүмер ҡотҡарылған! Беҙ шулай уҡ тармаҡ ветерандарының хеҙмәтен юғары баһалайбыҙ, улар һәр саҡ йәш кадрҙарға өлгө булып тора. Үҙҙәренең ғүмерҙәрен ҡорбан итеп башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалған янғын һүндереүселәр мәңгелеккә беҙҙең йөрәктәрҙә буласаҡ. Беҙҙең янғын хеҙмәте артабан да республика халҡының хәүефһеҙлеге һағында торорона ышанам. Был көндө һаулыҡ, тыныс күк йөҙө, еңел булмаған эшегеҙҙә ысын күңелдән уңыштар теләп ҡалам һәм иң мөһиме: үҙегеҙ бер-берегеҙгә әйтмешләй, “еңдәрегеҙ ҡоро булһын!”