Республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә ошо көндәрҙә меңәрләгән ағас үҫентеләре ултыртыла. Өмәләр шул иҫәптән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (Национальный проект "Жилье и городская среда") милли проекты сиктәрендә лә үтә. Ә бына Стәрлетамаҡ ҡалаһында хатта тотош аллеялар ҙа барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә ҡаланың Суханов урамында “Машиналар төҙөүселәр аллеяһы” барлыҡҡа килде. Унда ҡала халҡы, башлыса ошо биҫтәлә йәшәүселәр 40 төп тирәк һәм 50 төп миләш ағасы ултыртты. Өмәлә шулай уҡ Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов, ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов, РФ Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, студенттар ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, эш ырамлы барҙы һәм бер сәғәт эсендә барлыҡ ағастар ергә морон төртөп тә өлгөрҙө. Халыҡтың әүҙемлеген һәм берҙәмлеген Ридаль Рауил улы ла һыҙыҡ өҫтөнә алды: – Стәрлетамаҡ һәр саҡ сәнәғәт флагманы булып ҡала, бында тырыш һәм етеҙ,