2023 йылдың 1 майында “Уҡыусылар өсөн мәҙәниәтлелек” проектына ярашлы йыл һайын үткәрелә торған “Йөрәктәр йылъяҙмаһы” патриотик акцияһы башлана. Быйыл ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы сәхнә сәнғәтенә бағышлана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында театрҙарыбыҙ фронт бригадалары төҙөгән, армия өсөн кәрәк-яраҡ йыйған, тылдағыларҙың рухын күтәреүҙә булышлыҡ иткән. Акция сиктәрендә театр сәнғәте алыҫ һуғыш йылдарында халыҡтың нисек еңеүгә яҡынлағанын күрһәткән роликтар әҙерләгән. 1 - 10 майҙа уҡыусыларға өс номинация буйынса - мәктәп театры (һуғыш йылдарындағы ваҡиғаны сәхнәләштереү) вокал (һуғыш темаһына йырҙар) бейеү (хәрби-патриотик темаға) эштәр әҙерләү тәҡдим ителә. Уны “ВКонтакте» социаль селтәрендә #9маякдш хештэгы менән урынлаштырырға. Иң яҡшы 30 эш «Культурадляшкольников.РФ» порталында баҫылып сыға. Авторҙарын проекттың сертификаттары һәм иҫтәлекле бүләктәре көтә. Фото: Гөлдәр Яҡшығолова.