Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был урындар үҙенә йәлеп итеп тора

“Уңайлы мөхит булдырыу” проектына ярашлы төҙөкләндерелгән йәмәғәт урындарының күҙгә күренеп матурайғаны күренә. Улар - Белореттағы “Офоҡто ашатла” ҡала ял һәм мәҙәни паркы, Үрге Ҡыйғылағы ял зонаһы, Мәләүез районы Воскресенск ауылындағы “Воскресенск заводы арт-үҙәге” мәҙәни-турист йәмәғәт урыны һәм Бөрөләге ”Соколок” Революция кәрәшселәре исемендәге парк. Белорет “Офоҡто ашатла” ял һәм мәҙәни паркы “Алтын Трезини” халыҡ-ара архитектур- дизайн наградаһын алды. Иң яҡшы ландшафт архитектураһы өсөн авторҙары Алтын диплом менән бүләкләнде. “Белореттар үҙ ҡалаһын ярата, ә хәҙер бигерәк тә ҙур ғорурлыҡ менән уны ҡунаҡтарға һәм туристарға күрһәтә”, тип билдәләне Белорет ҡалаһы башлығы Андрей Иванюта. “Бөрөләге “Соколок” паркы туризмды үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Ҡала халҡы матур, заманса, йәйәүлеләр өсөн уңайлы һуҡмаҡтары, балалар майҙансыҡтары булған, яҡшы яҡтыртылған парк менән хаҡлы ғорурлана”, ти Бөрө районы башлығы Антон Талалов. “Беҙҙә хәҙер үҙенә йәлеп итер урындар күп: ял итер өсөн Йәштәр аллеяһы, тарих менән танышыр өсөн Геройҙар аллеяһы. Унда тамаҡ ялғарға, телефонды зарядкаға ҡуйып алырға, урындағы фермерҙарҙың тауарын һатып алырға була”, - ти Ҡыйғы районы башлығы Зөһрә Гордиенко. “Төҙөкләндергәндә барыһы ла иҫәпкә алынды: халыҡ, бизнес, мәрхәмәтлек ойошмалары, туристар килеүе” ,- ти Мәләүез районы Воскресенск ауылы башлығы Сергей Кувайцев. Был урындарҙы төҙөкләндереү өсөн халыҡ тауыш бирҙе. Рәсәй Президентының “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проекты буйынса ҡала-ауылдарҙы төҙөкләндереү өсөн тауышты 31 майға тиклем https://clck.ru/3495Mb һылтанмаһы аша бирергә була. Фото:beloretsk24.shtyrlyaev.ru