Башҡортостанда табиптар пациенттың ашҡаҙанынан теш щеткаһын сығарған. Медицина учреждениеһының социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһендә Салауат ҡалаһы дауаханаһы эндоскопсылары тарыған ғәҙәти булмаған хәл тураһында яҙғандар. Бер ҡатын теш щеткаһын йотҡан. Процестың ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, сит әйберҙе махсус элмәк ярҙамында операцияһыҙ ысул менән сығарғандар. Был бик хәүефле, сөнки йотҡан әйбер етди өҙлөгөүҙәргә, шул иҫәптән ҡыҙыл үңәстең йәки эсәктең тишелеүенә килтерә алған. «Теш щеткаһын сығарғас та пациенттың хәле яҡшырған», - тип хәбәр иткәндәр дауаханала. Ә бына ҡатындың ниндәй хәлдә ни сәбәптән теш щеткаһын йотҡаны хәбәр ителмәй. Бик ғәжәп хәл, эйеме?.. Фото: Салауат ҡалаһы дауаханаһы.