Башҡортостандың Шишмә районында урынлашҡан “Патриот” паркы һәм “Авангард” уҡыу-методика үҙәге – хәрби-патриотик тәрбиә системаһында мөһим проект. Төбәктәрҙә бындай үҙәктәр Рәсәй Президенты Владимир Путин күрһәтмәһенә ярашлы ойошторола. “Авангард”та бер йылдан әҙерәк ваҡыт эсендә 4 мең уҡыусы һәм хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре йыйылған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, яҡын йылдарҙа райондарҙа “Патриот”тың филиалдары асыласаҡ. Әлеге ваҡытта паркта Рәсәй Мәғариф министрлығы федераль программаһы буйынса ашхананың яңы корпусы, тораҡ модулдәр төҙөлөшө тамамлана. Киләсәктә ҙур спорт үҙәге, пилотһыҙ осоу аппараттары майҙансығы һәм Волга буйы федераль округында иң ҙуры булған хәрби техника музейы булдырыу күҙаллана. Фото: rodnikkplus.ru