29 апрелдә Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров буласаҡ Евразия күсмә ҡәбиләләр музейы майҙансығын ҡараны. Уның проекты менән төбәк етәксеһе беренсе тапҡыр былтыр июлдә “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексын асҡанда таныштырғайны. Яңы объект концептуаль рәүештә бер нисә төп тарихи һәйкәлде берләштерәсәк. Улар иҫәбендә Алтын Урҙа осорондағы Турахан менән Хөсәйенбәк таш кәшәнәләре бар. Музей комплексын бер нисә этапта төҙөмәкселәр. Быйыл уның биләмәһендә майҙаны 550 квадрат метр булған визит-үҙәк булдырырға уйлайҙар. Ә Турахан кәшәнәһенә ял майҙансыҡтары булған йәйәүлеләр һуҡмаҡтары һаласаҡтар. “Архтамға” эксперт-проект бюроһы генераль директоры Рөстәм Әлибаев визит-үҙәктә тарихи артефакттарҙың мини-экспозицияһы, лекциялар амфитеатры, кафе, балалар зонаһы һәм ҡарау майҙансығы урынлашасағы тураһында бәйән итте. Республика Башлығы эш барышында ниндәй төҙөлөш материалдары файҙаланыласағы тураһында һөйләне. Улар оҙаҡ ваҡытта файҙаланырлыҡ һәм эстетик йәһәттән матур булырға тейеш. Радий Хәбиров буласаҡ Башҡорт аты үҙәге майҙансығын да ҡараны. Унда ат уҙыштары өсөн манеждар, глэмпинг, һөнәрселәр ауылы һәм башҡа этник-тарихи зоналар барлыҡҡа киләсәк. Улар музей комплексынан юл аша ғына урынлашасаҡ. Республиканың Туризм үҫеше үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаев башҡорт аты менән бәйле төп объекттар һәм күсмә ҡәбиләләрҙең ғәҙәти һөнәрҙәре тураһында һөйләне. - Ҡымыҙ үҙәген, ҡортсолоҡ асырға уйлайбыҙ. Һөнәрселәр ауылы күргәҙмәләр экспозицияһы кеүек эшләйәсәк. Бынан тыш, оҫталар төрлө продукция әҙерләү менән шөғөлләнәсәк һәм уны килгәндәргә һатасаҡ, - тине Артур Иҙелбаев. Башҡортостан Башлығы Башҡорт аты үҙәген проектлағанда халыҡ-ара стандарттарҙы иҫәпкә алырға ҡушты. Был киләсәктә бында Бөтә донъя күсмә ҡәбиләләр уйындарын ойоштороу өсөн кәрәк. Башҡортостан Башлығы СПА-ҡунаҡхана төҙөлөшө менән дә танышты. Ул музей комплексы эргәһендә барлыҡҡа киләсәк. “Красноусол” шифаханаһы директоры Рәмил Бәҙретдинов отелдең һыу, батҡаҡ, ҡымыҙ, иппотерапия менән дауалауға, спа-процедуралар үткәреүгә йүнәлтеләсәге тураһында һөйләне. Радий Хәбиров быйыл уҡ отелде проектлауҙы башларға ҡушты. Фотолар, сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/164762.html