Ошо көндәрҙә ил кимәлендәге "Рәсәй - футбол иле" конкурсы тамамланды. Проектҡа илдең 74 төбәгенән 400 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән - был турала Рәсәй футбол союзы президенты Александр Дюков хәбәр итә. – "Рәсәй - футбол иле" бәйгеһенең өсөнсө миҙгеле бик күп яңы сағыу проекттар асты. Урындарҙа ҙур футбол үҫешенең иң яҡшы өлгөләрен күрһәтеү мөһим, бындай тәжрибә кешеләрҙе үҙ төбәктәрендә футбол башланғыстарын тормошҡа ашырыуға илһамландыа. Өсөнсө миҙгел проекттарына 74 төбәктән 403 мең кеше йәлеп ителгән. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм һәм еңеүселәрҙе, призерҙарҙы яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡотлайым", - тип белдерә Дюков. Еңеүселәр араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар: Учалы районының Ҡотой ауылында уҙған "Олотау йыйыны" турниры "Футболда иң яҡшы күмәк проект" номинацияһында еңеү яуланы. "Конкурста ҡатнашыусыларҙың ярҙамы менән беҙ күмәк футболдың кешеләрҙе ҙур маҡсат өсөн берләштереүен күрәбеҙ. Мәҫәлән, беҙҙең яңы еңеүсе - "Олотау йыйыны" турниры - Башҡортостандағы бәләкәй генә ауылға республиканан һәм күрше төбәктәрҙән йөҙәрләгән кешене йәлеп итеү урынына әйләнергә ярҙам иткән. Тағы ла бер еңеүсе - Адыгеянан "Надежда" проекты - футбол аша ауыр холоҡло үҫмерҙәрҙе йәмғиәтләштереүҙә ярҙам итә. Ошо һәм башҡа башланғыстар сираттағы тапҡыр футболдың кешеләрҙең тормошона ыңғай йоғонто яһай алыуын раҫлай", - тип билдәләй Дюков. "Рәсәй - футбол иле" - Рәсәй футбол союзы конкурсы, ул төбәктәрҙә футболды үҫтереүгә йүнәлтелгән башланғыстарҙы эҙләү һәм дәртләндереү өсөн ойошторола. Конкурстың өсөнсө миҙгеле Рәсәй Спорт министрлығы булышлығында уҙғарылған. Ул былтыр 10 декабрҙә - Бөтә донъя футбол көнөндә башланғайны. Ҡатнашыу өсөн 943 ғариза бирелгән. Конкурста илдең 74 төбәгенән 462 үҙенсәлекле футбол проекты ҡатнашҡан. Ҡотойҙағы футбол турниры хаҡында иһә республикала күптәр белә. Урал тауҙары ҡуйынында үткәрелгән сараға ауылда йәшәгән кешеләрҙән дә күберәк ҡатнашыусылар килә. Быйыл йәй ҙә унда “Олотау йыйыны” турниры үтәсәк. Ҡотой - Учалы районының иң төпкөл ауылдарының береһе. Унан район үҙәгенә тиклем 40 саҡрым самаһы ара, Өфөгә тиклем - 350. Ҡотойҙа 200 самаһы кеше йәшәй. Ауыл халҡын футболға һөйөү берләштерә: урындағы йәштәр футболды һәр саҡ әүҙем уйнаған. Йәйгеһен, бесән мәлендә, эш көнөнән һуң йәки хатта ҡышҡыһын да, тип белдерә улар. Тап ошо берҙәмлек “Олотау йыйыны” турнирын ойоштороуға килтергән дә. Яҡташтарыбыҙҙы ҙур еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ! Фото: “Уфа 1” порталынан, “Олотау йыйыны” төркөмөнән, "Говорит и показывает Учалы" төркөмөнән.