Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Байрамдар күңелһеҙ яңылыҡтар менән башлана...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙҙың матур байрамдары алдынан насар яңылыҡ еткермәксебеҙ. Ошо арала республика юлдарында авариялар теркәлде һәм уларҙа ҡорбандар бар. Бөгөнгө төнгө дүрттә Бөрө – Тастүбә – Һатҡы юлының 179-сы километрында “Фольксваген Поло” менән “КамАЗ” машиналары бәрелешә. Йөк машинаһына ағас тейәлгән булған. Бәрелеш һөҙөмтәһе аяныслы: еңел автомобилдең водителе һәм пассажиры урында йән бирә. Машиналар бәрелешкәс, “Поло” яна башлай, шуға күрә урынға янғын һүндереүселәр ҙә саҡырыла. Таңғы дүрттә булған аварияның сәбәптәре әле билдәһеҙ түгел. Уны юл полицияһы асыҡлаясаҡ. Икенсе үлемесле авария төнгө икеләр тирәһендә Белорет районында теркәлә. Авария Сермән ауылында Яндыҡ йылғаһы аша сыҡҡан ваҡытта була. “ВАЗ-2115” автомобиле водителе машинаһына идараны юғалта һәм ул юлдан шыуып төшөп түңкәрелә. 36 йәшлек водитель урында һәләк була, уның 1995, 1989 һәм 1986 йылғы пассажирҙары төрлө йәрәхәттәр ала. Оҙайлы ялдар, байрамдар башланып ҡына тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо ваҡытта авариялар арта, улар бик күңелһеҙ тамамлана. Иң мөһим ҡағиҙә – эскән килеш рулгә ултырмағыҙ. Шулай уҡ тиҙлекте арттырмай, хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағып ҡына йөрөгөҙ. Байрамдың йәме китмәһен ине. Фото: ЮХХДИ.