Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Картуфты ҡаты ҡорт тишмәһен тиһәгеҙ...

Яҙ иртә килде. Бөгөн барыһы ла баҡса сәсә. Рәжәп Ғәбитов картуф ултыртыу тураһында фекерен уртаҡлаша. "Ғәҙәттә, орлоҡҡа тигән картуф-бәрәңгене, ултыртырға 25-30 көн ҡала, йылылыҡ 18 градустан да кәм булмаған яҡты урынға шыттырырға ҡуялар. Уларҙы тартмаларға һалып, өҫтө-өҫтөнә өйөп ҡуйырға ла мөмкин. Тик шуны иҫтә тотоғоҙ: бәрәңге торған урында һауа температураһы төндә алты градустан да түбән төшмәҫкә тейеш. Былай эшләһәгеҙ, бик иртә уңыш алырһығыҙ.Халыҡ һынамыштарына ҡарағанда, бәпембәнең һары сәскәһе йәки ҡайында япраҡ күренә башлаһа, бәрәңге ултыртырға була ла инде. Быйыл апрель бик йылы тора, һауа температураһы көндөҙ плюс 18 градусҡа тиклем етте. Синоптиктар алдағы көндәргә лә яҡшы фараз бирә. Тимәк, баҡса ултыртырға ла була. Ай календары буйынса тамыраҙыҡтарҙы ай кәмегән көндәрҙә ултыртырға кәңәш ителә. 13,16, 17, 22-26 апрель, 6-17, 22-24 май бәрәңге ултыртыу өсөн уңайлы көндәр һанала", - тип яҙа ул. Ә бына Фәриҙә Сәлимйәнова картуфты ҡаты ҡорт (проволочник) тишмәһен өсөн ошо ҡатнашманы ҡулланырға тәҡдим итә: ҙур биҙрәгә иләнгән көл, бер пачка гәрсис (горчица) порошогы, һуған ҡабығы (ҡыштан йыйып барырға) һалып болғатырға ла һәр төп һайын берәр ус шуны һалып барырға. Фото: https://t.me/komileaks/11657