Яҙ һәм хеҙмәт байрамы айҡанлы юғары наградалар алыусылар араһында ил инәһе Мәрйәм апай Бураҡаева ла бар. Ул бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалын алды! Награда алғандан һуң Мәрйәм апай беҙҙең менән тәьҫораттары менән уртаҡлашты. – Бүләк барлыҡ 80 йәшлек ғүмеремә тиклем күрһәткән хеҙмәттәрем өсөн баһа тип уйлайым. Журналист та, уҡытыусы булараҡ та байтаҡ ҡына эштәр башҡара алдым һәм шуға ҡыуанам, халҡыма хеҙмәт итәм. Мөмкин тиклем артабан да хеҙмәт итеүҙе дауам итермен тип уйлайым. Проекттар бар, уларҙы дауам итәм, – тине ул. Башҡортостанда Мәрйәм апайҙы белмәгән кеше, мәктәп уҡыусыһы бармы икән? Беҙ барыбыҙ ҙа уның китаптары аша республикабыҙҙың мәҙәниәтен өйрәнгәнбеҙ. Педагог, яҙыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева күптән түгел оло юбилейын – 80 йәшен билдәләне. Халҡыбыҙ араһында уның абруйы, дәрәжәһе бик юғары, Мәрйәм апай башланғысы менән мәктәптә балалар “Тормош һабаҡтары” дәресен уҡыны, башҡорт балаларына милли т