Салауат ҡалаһында Рәсәйҙең спорт мастеры, республика буйынса милли пауэрлифтинг ассоциацияһы президенты Руслан Миңлебаев 39-сы йәшендә вафат булды. Был хаҡта социаль селтәрҙә пауэрлифтер һәм альпинист Сергей Кузнецов хәбәр итте. Төбәктең һәм Европаның чемпионы, халыҡ-ара категориялы судья, турнирҙарҙы ойоштороусының ҡатыны һәм ярты йәшлек ҡыҙы ҡалды. Уға күнекмә ваҡытында ҡыйын була. Урынға шунда уҡ ашығыс ярҙам табиптары саҡырыла, тик улар уға ярҙам итә алмай. “Әйтеүҙәренсә, тромбы өҙөлгән. Моғайын, шулай булғандыр. Пауэрлифтинг буйынса спортсылар ғәҙәттә “химия” ашамай. Көс күнекмәләре фонында кардио-күнекмәләр етерлек булмаһа, ошондай хәлдәр була. Ул һәйбәт спортсы ине, егет йәл. Һәр ваҡыт баланс кәрәк”, - тигән был турала тренер-ауыр атлеттарҙың береһе. 2015 йылда Сочиҙа пауэрлифтинг буйынса Европа чемпионатында Миңлебаев донъяның көслө атлеттарының береһе булыуын йәнә раҫлаған. 110 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Руслан өс күнегеүҙә 835 килограмм сумма менән ышаныслы еңеү яулаған. (ултырыу – 315 кг, ятып штанга күтәреү – 220 кг, стан тартыу – 300 кг). Шулай уҡ Миңлебаев абсолют зачетта көмөш миҙал яулаған. Фото: социаль селтәрҙәр.