Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға ярҙам акцияһы бөтә республика халҡын берләштерҙе. Бөгөн олоһо ла, кесеһе лә яугир егеттәрҙең көнитмешен еңеләйтеү маҡсатында хәленән килгән ярҙамды күрһәтә, уларҙы тыуған республикаларында онотмауҙарын, хөрмәт итеүҙәрен һәм еңеү менән ҡайтыуҙарын көтөүен белдереп, посылкалар, ылауҙар ебәрә. Был изге эшкә Иглин районы эшҡыуарҙары ла ҡушылды. “Ҡалтыман” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Везир Фатиевич Усубян махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тип 24 йәшник посылка әҙерләгән. Изге күңелле фермер тарафынан әҙерләнгән 566 банка быҡтырылған ит һалдаттарға тип тәғәйенләп оҙатылған. Был эштә Везир Фатиевичҡа улдары Михаил менән Торник та ихлас ярҙам күрһәткән. Фото: vk.com/id721780532 төркөмөнән.