Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күгәрсен оҫтаһы мөғжизәләр тыуҙыра!

Һеҙ һүрәттә күргән матурлыҡты Ульяновск ҡалаһында йәшәгән Тәүәкән ауылы уҙаманы Минибулат Миңлехан улы Әбдрәхимов эшләй. Төп һөнәре ағас эше менән бөтөнләй бәйле булмаһа ла, күңеле ҡушыуы буйынса ата-бабалары һөнәренә тоғролоҡ һаҡлай. Уның тураһында Хәйбулла районында йәшәгән ауылдашы Сәлимә Байгилдина йөкмәткеле мәҡәлә яҙып ебәргән. "Ағас серҙәренә ныҡлы төшөнгәс, Минибулат ағай яйлап күләмле объекттар - парк скульптураларын эшләүгә күсә. Ағас кәсебенең бөтә серенә төшөнөп, еренә еткереп, тәмен тойоп сәмләнеп эшләй. Был кәсебендә иң төп ярҙамсыһы – хәләл ефете Фәриғә апай. (Әйткәндәй, Фәриғә апайҙың атаһы Ғимаҙитдин Ҡаразбаев та билдәле балта оҫтаһы булды). Икәүләп төрлө фестиваль, конкурстарҙа ҡатнаша башлайҙар. Бөгөнгө көндә Минибулат Минихан улы ағас, боҙ, ҡар скульптуралары буйынса уҙғарылған бихисап өлкә, төбәк-ара, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара фестиваль-конкурстар призеры, еңеүсеһе. Мәскәү, Ульяновск, Екатеринбург, Силәбе ҡалаларында шәхси күргәҙмәләре ойошторола. Шулай уҡ Башҡортостандың Рәсәй составына үҙ ирке менән ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләгәндә Өфөлә лә күргәҙмәлә ҡатнаша. Минибулат ағай ситтә йәшәһә лә тыуған яғы тураһында уйланыуҙар ҙа уға сит түгел. Күңелендә бик тә матур хыял йөрөтә ул. Тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың йәнтөйәге – тыуған ауылы Тәүәкәндә “Урал батыр” исемле халыҡ-ара фестиваль – конкурс ойоштороға хыяллана. Ауыл янында Мортаза Рәхимов исемендәге парк булдырып, фестивалдә ҡатнашҡан ағас һындар, композицияларҙы шунда урынлаштырып ҡалдырырға һәм паркка ылыҫлы ағастар ултыртыуҙы ойоштороға ниәтләй" - тип яҙа автор ауылдашы хаҡында. Сәлимә Байгилдина-Ғафарованың тулы мәҡәләһен гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ. Фотолар: Минибулат Әбдрәхимовтың шәхси альбомынан.