Баймаҡ ҡыҙы, хәҙер инде оҙаҡ йылдар Өфөлә йәшәгән Фәимә Ишморатова күптән түгел махсус хәрби операция биләмәһенә "Нива" автомобилен алып барып ҡайтты. Ике мең километрҙы рулдә үҙе үткән ҡыйыу, тәүәккәл милләттәшебеҙ хаҡында билдәле ирекмән, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тимерйән Рәжәпов социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. Фәимә Ғибат ҡыҙының үҙе менән осрашып, ошо турала белештек. "Был минең махсус хәрби операция биләмәһенә беренсе мәртәбә барыуым түгел. Өсөнсө тапҡыр булдым инде, - тип бәйән итте Фәимә Ишморатова. - Ауылдашым Тимерйән ағай менән электән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Мин, тәрбиәсе булараҡ, Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына уны байтаҡ саҡырып, бергәләп дәрестәр, төрлө илһөйәрлек саралары уҙғарып торҙоҡ. Махсус хәрби операция башланып, яҙмышыма аяуһыҙ йоғонто яһағас, Тимерйән Рәжәп улына, гуманитар йөк илткәндә мине лә алып бар әле, тип әйткәйнем. Ул ҡаршы килмәне". Украинаға тәүге тапҡыр декабрь аҙағында йөк оҙатыусылар менән бергә бара Фәимә Ғибат ҡыҙы. "Төндә, комендант сәғәте индерелгәс, бер яғыулыҡ станцияһы янында туҡтаныҡ та, шунда машиналар эсендә йоҡларға булдыҡ. Шул саҡ тәҙрә шаҡынылар. Сыҡһам, әйҙәгеҙ беҙҙең менән, тиҙәр. Эвакуатор, уның өҫтөндә "УАЗ"ик. Шунда үрмәләп менеп киттек. Ҡараһам, юлдаштарым өҫтәл әҙерләгән икән. Минең тыуған көнөм бит һуң бөгөн - 23 декабрь! Күҙҙәремдән йәш бәреп сыҡты. Эй күңелем булды!" - тип тәүге сәфәрен иҫкә алды Фәимә Ғибат ҡыҙы. Ул сағында Ейәнсура, Күгәрсен, Асҡын егеттәре торған позицияла булалар. Яугирҙәр менән ихлас һөйләшеп, уларҙы әсәйҙәрсә хәстәрләп, теләктәрен яҙып алып, тағы киләм тип вәғәҙәләп ҡайта Фәимә. Икенсе тапҡыр 8 мартҡа ҡарай баралар. Луганскиҙағы 22-се, 29-сы мәктәптәргә ярҙам илтәләр, алғы һыҙыҡҡа барып, яугирҙәргә айырым исемләнгән посылкаларҙы тараталар. "Гуманитар йөктә Асҡын районынан ебәрелгән "Нива" автомобиле лә бар ине, - ти Фәимә Ғибат ҡыҙы. - Яугирҙәребеҙ эй ныҡ һөйөнөп ҡабул иткәйне. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ алып барып, ике аҙна үтеүгә, шул машинаны шартлатҡандар. Ярай әле эсендә һалдаттарыбыҙ булмаған". Күптән түгел өсөнсө тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә юллана Фәимә Ишморатова. Был юлы йөк алып барыусыларға ярҙам маҡсатында ғына түгел, ә үҙе рулдә! "Асҡындан бер нисә ир-егет үҙҙәренекеләр өсөн элекке "Нива"ны яңыртып эшләгән. Техниканы махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙең бер ҡустыһы алып барырға тейеш булған. Тик ниәттәре килеп сыҡмаған, - тип бәйән итте Фәимә Ғибат ҡыҙы. - Тимерйән ағай шул автомобилде алып барырға водитель эҙләй башланы. Тәүҙә ишеткәс үк: "Мин барам!" - тип белдерҙем. "Ҡуй, ҡоторма, еңел эш тип уйлайһыңмы ни?!" - тип ҡырҡа киҫте Тимерйән ағай. Әммә водителде тиҙ арала табырға кәрәк ине, килеп сыҡманы. Аптырап, минең менән ризалашырға мәжбүр булды. Ә мин үҙ көсөмә ныҡлы ышана инем. Бишенсе кластан алып атайымдың "Москвич"ында елдереп йөрөгән, 22 йыллыҡ водитель стажым булған, техниканы ныҡ яратҡан кешемен дә! Ысынлап та, Аллаға шөкөр, бер ниндәй ауырлыҡһыҙ барҙым: трасса тигеҙ, яҡшы, көн йылы, "Нива"ны шундай һәйбәт итеп яңыртҡандар. Доғалар уҡып, тормошоңа баһа биреп, киләсәккә хыялдар менән уйҙарға батып барып, ул саҡрымдарҙы үткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Аллаға шөкөр, тип ҡабатлап барам, сөнки ауыр ваҡытта бер минут та үҙем генә ҡалғаным юҡ, янымда гел яҡындарым, туғандарым, дуҫтарым. Улар мине алға әйҙәй, бирешмәҫкә өндәй. Юлда шулай уҡ "Хәҙер беҙгә машина килә!" тип көтөп торған яугирҙәрҙе һөйөндөрөргә китеп барыуыңды аңлау ҙа күңелгә шундай рәхәтлек өҫтәй. "Әйҙә, Волгоградҡа тиклем туҡтамай барайыҡ!" - тим, ашҡынып. Юҡ инде, тип Тимерйән ағай ҡунаҡханала туҡтатып, шунда ял итеп, иртәнсәк тағы юлландыҡ. Әйткәндәй, пассажирҙарым да булды: бер туған һеңлемдең ҡыҙы менән Тимерйән ағайҙың улы. Махсус хәрби биләмәләге шартлау тауыштарына ла хәҙер өйрәнеп барам инде. Иң тәүҙә барғанда ишеткәс, ныҡ итеп ҡысҡырып ебәргәйнем, посылкаларын алырға килгән яугирҙәр: "Апай, ҡурҡма, - тип тынысландыра һалды. - Беҙҙә ни, алғы һыҙыҡта, гел шулай..." Ҡот осҡос ул тауыш, йөрәгеңде мең урындан тишкеләгән һымаҡ. Гүйә, тап һиңә төбәп аталар... Шундай ҡурҡыныс аҫтында йөрөгән яугирҙәребеҙҙе Хоҙайым һаҡлаһын инде. Улар үҙҙәре лә һәр һүҙе һайын "Аллаһ бирһә, имен-аман ҡайтһаҡ" тип кенә торалар. Әйҙәгеҙ, мин дә янығыҙҙа ҡалайым, тиһәм: "Ҡуй, апай, беҙҙе ыҙалатмағыҙ: һеҙгә окоп ҡаҙыр кәрәк тә баһа", - тип ихлас шаяртып та алалар. Барыһы ла имен-һау ғына әйләнеп ҡайтһын инде! Фәимә Ғибат ҡыҙы улы Данис Ишморатовҡа һәм уның хеҙмәттәштәренә бер йыл дауамында ғаиләһе менән берлектә бар көсөн һалып ярҙам итә. Әле барғандарында улының хеҙмәттәштәре менән дә осрашып тора. "Беҙгә иң ауыр саҡта һеҙ ярҙам ебәреп торҙоғоҙ, шул арҡала әле лә хеҙмәтебеҙҙе дауам итәбеҙ", - тип рәхмәт һүҙҙәре әйтеп тора егеттәр. Әйткәндәй, Данис Ишморатовтың хеҙмәттәштәренә әлеге көндә лә гуманитар ярҙам йыйыла, улар "Нива" машинаһы һораған. "Көслө, рухлы, батыр замандаштарым менән бер команда булып эшкә тотондоҡ. Битараф булмаған ватандаштарымды яугирҙәргә мөмкин тиклем ярҙам ҡулы һуҙырға саҡырам", - ти яугир әсәһе. Махсус хәрби операция биләмәһенә өс тапҡыр барғанында Луганск, Донецк өлкәләрендә лә, алғы һыҙыҡта ла булған Фәимә Ғибат ҡыҙы һәр яугир өсөн өҙгөләнеп, уларға ярҙам итеү теләге менән янып йәшәй. "2000 йылда "Курск" атом һыу аҫты кәмәһе фажиғәһендә ирем Фәнис Ишморатовты юғалтыу ғазабынан һуң "Мин тормошомдо үҙгәртергә, педагогик юлды һайлап, Ватаныбыҙға илһөйәр йәштәр үҫтереүгә өлөш индерергә тейешмен" тигән ҡарарға килгәйнем. Ошо маҡсат күңелемә инде лә ныҡлы уйылды. Ҡот осҡос фажиғәлә 118 егетте юғалттыҡ бит. Тауҙар араһындағы хәрби ҡаласыҡта улар менән бөтөнөбөҙ бер ғаиләләй булып йәшәй торғайныҡ. Илен шул ҡәҙәр һөйгән егеттәр тәрбиәләүҙе ғүмерлек маҡсатым тип алғанмын. Һәм уға тоғро ҡаласаҡмын", - ти оло йөрәкле Фәимә Ғибат ҡыҙы. Ҡыйыу, тәүәккәл замандашыбыҙға ҙур рәхмәт белдереп, именлек, һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ. (Фәимә Ишморатова менән тулы әңгәмәне гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ). Фото Тимерйән Рәжәповтың сәхифәһенән.