Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Айыҡ ауыл"да ҡатнашыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә

“Башҡортостан” гәзите Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан “Бәйләнештә” төркөмөндә конкурс иғлан итте. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша. Улар араһында Яңауыл районының Уртауыл ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы Инзилә Шәйхетдинова ла бар. Ул 2014 йылдан Яңы Уртауыл ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы булып эшләй. Инзилә Фират ҡыҙы Шәйхетдинова 1969 йылда Яңауыл районының Исхаҡ ауылында тыуған. 1972 йылда Яңы Уртауылға күсәләр, ошо ауыл мәктәбен тамамлай. Хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай, 2005 йылда мөдир итеп тәғәйенләнә. 2010 – 2014 йылдарҙа мәктәп директоры булып эшләй, ә 2014 йылда ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. – Беҙ йыл да “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашабыҙ, һөҙөмтәлелек тә арта. 2013 йылда ауылыбыҙ менән ҡатнашып, дипломға лайыҡ булһаҡ, 2019 йылда конкурстың муниципаль этабында икенсе урын алдыҡ. Ә инде 2022 йылда “Айык ауыл”дың муниципаль этабында еңеп, әле республика кимәлендә ҡатнаштыҡ. Айыҡ тормоштоң бөтөн кешелек өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булыуын аңлатып та тороу кәрәкмәй. Беҙҙең өсөн конкурста ҡатнашыуҙың маҡсаты – халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар кеүек насар әйберҙәрҙең йоғонтоһонан һаҡлап ҡалыу, – ти Инзилә Шәйхетдинова. Конкурс сиктәрендә күп саралар үткәргәндәр. Иҫкәртеү эштәренә айырыуса иғтибар биргәндәр – балалар, ауыл халҡы алдында медицина хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаған. Спорт өлкәһендә лә эштәр алып барғандар: бильярд, шахмат, шашка турнирҙары, волейбол, хәрби-илһөйәрлек саралары, көрәш буйынса муниципаль-ара бәйгеләр ойошторғандар. Йыл да ауылдаштары СССР-ҙың спорт мастеры Илус Дәүләтбаев исеменә саңғы ярыштары уҙғарыла. Үҙешмәкәр артистар бик матур спектаклдәр ҡуйған, концерттар менән сығыш яһаған. Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙ буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәткән. Балаларҙы башҡорт музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеү маҡсатында грантҡа ғариза тапшырғандар. – Ауылыбыҙҙа бик күп хужалыҡтар умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Башҡорт бал ҡорто көнө”н ойоштороу тәҡдимен хуплап, район күләмендә “Экопасека” ҡортсолар форумын үткәрҙек. Йәш быуынға тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында “Ее величество пчела” конкурсы үткәрелде. Был сараны үҙебеҙҙең бренд сарабыҙ итеп иғлан иттек. Мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү-этнографик музейы эшләй. Конкурс сиктәрендә “Яҡташтар – Әмировтар” Ғәйнан Әмири һәм Әмиров Хәлимгә бағышланған музей асылды. Инициативалы иптәштәр тәҡдим иткән “Самогон аппаратын тапшырығыҙ” акцияһын ауылдаштар хуплап ҡабул итте. Шул аппараттарҙан үҙебеҙҙең егеттәр – Рөстәм һәм Ренат Сарваров байрамдарҙа ҡулланырға самауырҙар эшләне. Тәжрибәнән күренеүенсә, айыҡ тормош алып барған әүҙем кешеләрҙең йәшәйеше, төрлө сараларҙа ҡатнашыуы, янып йәшәүе барыбер иғтибарға лайыҡ, уларҙың миҫалы эскелек менән мауыҡҡандарҙың күңеленә “орлоҡ ” һалмайынса ҡалмай. Ауылыбыҙҙың имам-хатибы әхлаҡи тәрбиә биреү өҫтөндә әүҙем эшләй. Халыҡ менән йыйылышып, мәсеттең тәҙрәләрен пластик тәҙрәгә алмаштырҙыҡ, шулай уҡ иман йортона газ үткәрҙек. “Айыҡ ауыл” конкурсын үткәргән саҡта алты ауылдашыбыҙҙы яман ғәҙәттән арындырҙыҡ. Беҙҙең биләмәлә эшләгән эшҡыуарҙар уларҙы эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам итә, – ти Инзилә Шәйхетдинова. Ауыл биләмәһендә тормош уңайлы булһын, халыҡ матур йәшәһен өсөн тырышҡан Инзилә Фират ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ. Фото: Инзилә Шәйхетдинованың шәхси архивынан.