Быйыл милли кейем көнө 20 апрелгә тура килә. Ҡайһы бер райондарҙа был көнгә ярашлы саралар ойошторола ла башланы. Мәҫәлән, Мәсетле районында милли кейем көнөнә арналған “Һомай” район конкурсы үткән. Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү, урындағы оҫталарҙың эшен баһалау һәм уларҙы дәртләндереү маҡсатында ойошторолған сараға бик ентекле әҙерләнгәндәр. Милли кейем байрамында Мәсетле районында йәшәүсе башҡорт, рус, татар халыҡтарының костюмдары күрһәтелгән, еңеүселәр билдәләнгән. Йошкар-Ола ҡалаһында үткән «Рәсәй халыҡтарының милли кейеме» Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы лауреты Яңы Мишәр мәҙәниәт йортоноң "Ҡомартҡы" тамбурлы сигеү халыҡ коллективы (етәксеһе Эльвира Латипова) башҡорт кейеме коллекцияһы менән сығыш яһаған. Сығанаҡ: vk.com/club20916055