“Бер-береһенә ҡарата мәрхәмәт-шәфҡәттә, һөйөү һәм теләктәшлектә булған иманлы бәндәләр бер тән кеүек: бәғзеһе ауырыһа, башҡалары ла һыҙлана”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Тимәк, дөйөм именлек өсөн һәр кем яуаплылыҡ тотоп, тәү сиратта үҙенең рух, тән сәләмәтлеген ҡайғыртырға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ һәр ауырыуҙың үҙенә генә хас дарыуы барлығы, уны сырхауға ҡарап ҡуллана белһәң, Аллаһ рәхмәте менән шифаһын да табасағың тураһында әйткән. Йоҡоһоҙлоҡ та – сир. Бер мәл Хәлид атлы сәхәбә Пәйғәмбәребеҙгә ошо мәсьәлә буйынса зарланған. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм иһә шулай өйрәткән: “Йоҡларға ятыр алдынан “Эй, Аллаһ! Ете күк һәм күктәр аҫтында булғандар, ете ер һәм ерҙәр өҫтөндә йөрөгәндәр Раббыһы, ендәр һәм бәндәләрҙе аҙаштырырға ғына торғандар Раббыһы! Үҙең яралтып бар иткәндәрҙең береһе лә миңә зарар килтерә һәм ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуя алмаҫлыҡ итеп һаҡлап йөрөт. Һинең яҡлауыңда булғандарҙы көс-ҡеүәт ташламаҫ, улар – ризалығыңа лайыҡ кешеләр, үҙеңдән башҡа Илаһ юҡ!” тип доға ҡыл”. Һаулығыбыҙҙы һаҡлау мөһимлегенә изге Рамаҙан айында тағы ла нығыраҡ инанабыҙ. Ошо һабаҡты ураҙанан һуң да онотмаһаҡ ине. 17 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының "Дини тәҡүим" китабынан). Фото: islam.ru