Кисә Өфө-Арена спорт һарайы гөрләп торҙо, тик унда хоккей көйәрмәндәре түгел, ә Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Вилдан Яруллиндың ижадын үҙ итеүселәр йыйылды. Күренекле йырсы, легендар «Каруанһарай» төркөмө солисы Вилдан Хәлидар улы үҙенең күркәм юбилейын - 55 йәшен билдәләне. Тамаша ғәҙәти булмаған форматта, грандиоз әҙерләнгәйне, һигеҙ меңлек залда алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Сағыу сара «Каруанһарай» төркөмө элекке составында популяр, илһөйәрлек хисе менән һуғарылған йырҙары менән үрелеп барҙы, тамашасы юбиляр башҡарыуында моңло йырҙарҙы тыңлап хисләнде. Шулай уҡ юбилярҙы ҡотларға тип илебеҙҙең һәм унан ситтән дә бик күп дуҫтары йыйылды. Иң мәртәбәле ҡунаҡ «Ялла» төркөмөнөң солисы - Үзбәкстандың халыҡ артисы Фарух Закиров ине, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, егеттәрсә етеҙ йырсы «Өс ҡоҙоҡ» йырын башҡарҙы. Әйткәндәй уға бөгөн 77 йәш тулды. ТР һәм БР-ҙың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов, популяр йырсы Гүзәл Уразова, Илсөйә Бәҙретдинова, Зинира һәм Ризат Рамазановтар кеүек Татарстандың
Һигеҙ мең урынлы залда алма төшөрлөк тә урын юҡ ине
16 апреля 202316 апр 2023
1
1 мин