Өлөшләтә мобилизация башланып, махсус хәрби операцияға барған Илеш егете Артур Хәсәнов Филүс Ҡаһировтың репертуарынан "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарып, барлыҡ яугирҙәрҙең гимнына әйләндергән ине. Күптән түгел Артур Хәсәновтың ике аҙналыҡ ялға ҡайтыуы тураһында хәбәр иттек. Һанаулы көндәр "һә" тигәнсә үтеп тә киткән, әле ул ҡайтанан иптәштәре янына, махсус хәрби операция биләмәһенә юлға сыҡҡан. Ул был хаҡта үҙенең стористарында хәбәр итә, ялда ижадташ дуҫтары, туғандары менән осрашыуы, хатта бер аҙ дауаханала ятып сығып, һаулығын нығытыуын да белдерә. Беҙ Артур Хәсәновтың һәм барлыҡ яугирҙәрҙең тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! "Кейек ҡаҙ юлдары" нда йырланғанса, көҙгә тыуған яҡтарығыҙға һау-сәләмәт, иҫән-һау ҡайтығыҙ! Сығанаҡ һәм фото: "Интертат".
Артур Хәсәнов хәрби операция биләмәһенә юлға сыҡты
16 апреля 202316 апр 2023
~1 мин