Файҙалы эсемлекте - уҫаҡ ҡайырыһынан кеүәҫте нисек эшләргә? Уның өсөн өс литрлы быяла банка, ике литрҙан саҡ ҡына күберәк ҡайнатып һыуытылған һыу, ярты стакан шәкәр, бер балғалаҡ кәзә һөтөнән ҡаймаҡ, ярты стакан уҫаҡ ҡайыры кәрәк буласаҡ. Һыуға ҡаймаҡты, ярты стакан ҡайырҙы, ярты стакан шәкәрҙе һалып болғатабыҙ, шәкәр иреп бөтөргә тейеш. Банканы марля менән ҡапларға ла эсемлекте ҡараңғы урында тоторға, ике аҙна эсендә әҙер була. Эсемлекте һөҙөп алып, һыуытҡыста ҡуйырға. Был кеүәҫ бөйөрҙө таҙарта, көс бирә. Көнөнә өс тапҡыр ярты стаканлап ашар алдынан эсергә мөмкин. Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Автор фотоһы.