Иглиндәге тимер юл станцияһында транспорт-күсеү сиселешен барлыҡҡа килтереү тураһында план ҡорола. Был хаҡта Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә районға эш сәфәренән һуң белдерҙе. “Эш күп, иҫке йорттар ҙа һүтеләсәк. Һөҙөмтәлә был сиселеш Иглин районындағы транспорт ташыуын көйләйәсәк”, - тип яҙҙы Александр Клебанов. Министр Бейбаҡты ауылындағы юлды ҡараған. Ул – республиканың Юл хужалығы идаралығы балансында. Тиҙҙән ауылға муниципаль маршруттар ебәреләсәк. Яңы Березовка ауылы эргәһенән аҡҡан Чуричеевка йылғаһы аша һалынған күперҙе Юл хужалығы идаралығы етәксеһе Артем Шамхалов менән бергә ҡараған. “Ағымдағы йылда уны нормативтарға ярашлы итергә тырышасаҡбыҙ. Быйыл республикала барлығы 26 күперҙе ремонтлау планлаштырылған” тип яҙған Александр Клебанов. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.