Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Вәғәҙәләрен үтәнеләр

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 15 апрелгә ҡарата, бер тәүлектә, төбәк һәм муниципалитеттар араһындағы юлдарҙа 2066 соҡор ремонтланған. Юл инфраструктураһы контроле һәм инфраструктураһы системаһына 1413 дефект индерелгән. Уларҙы ла “ямарға” тура киләсәк. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Йыл башынан барлығы 25 меңдән ашыу соҡор Юл инфраструктураһы контроле һәм инфраструктура системаһына индерелгән. Уларҙың 18,5 меңдән ашыуы бөтөрөлгән. “15 апрелгә тиклем “Башкиравтодор”ҙың 28 асфальт һәм бетон заводы ла эшләне. Вәғәҙәбеҙҙе үтәнек. Был предприятиелар соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса төбәк ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә”, - тип хәбәр итте Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Шулай итеп, юлсылар ике меңдән ашыу соҡорҙо ямап та ҡуйҙы. Тимәк, көн һайын йөрөр юлдарыбыҙ хәүефһеҙерәк буласаҡ. Әммә водителдәргә һәм йәйәүлеләргә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итергә ярамай. Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.