Өфөлә С.Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын үҙгәртеп ҡороу башланды. Ҡалала йәшәүселәр үҙҙәре яратҡан урындарын – парк зонаһын – яңыртыу теләген белдергәйне. Әйткәндәй, былтыр баш ҡалалағы ун популяр йәмәғәтселек биләмәһен төҙөкләндереү өсөн тауыш биргәйнеләр. Өфөлә Аксаков исемендәге баҡсаны һәм уның эргә-тирәһен үҙгәртеп ҡороу өсөн 250 мең кеше тауыш бирҙе. Әлегә эштәрҙең беренсе этабы бара – конструкциялар һәм иҫке асфальт япмаһы алына. Эш тулыһынса 30 сентябргә тиклем тамамланыр тип көтөлә. Был иһә тағы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальынй проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Өфө капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе Руслан Хәйбуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, был ойошма Аксаков баҡсаһы үҙгәртеп ҡороу буйынса заказсы. Уның майҙаны – 3,2 гектар. Ул өс айҙа сынъяһауға әйләнәсәк һәм үҙенә тағы ла күберәк кешене йәлеп итәсәк. Тағы уны аҡҡоштар йәмләр әле, моғайын. Өҫтәүенә, был урын – мәҙәни мираҫыбыҙ ҙа! Бик күп тарихи ваҡиғаларҙы һаҡлай ул үҙендә. Фото: mykaleidoscope.ru