Өфө районының Максимовка ауылында скверҙы төҙөкләндереү дауам итә. Проект Өфө ҡалаһы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Уны бынан ике йыл элек “Максимовка” төбәк ижтимағи үҙидараһы алғайны, тип хәбәр итте Өфө ҡалаһы матбуғат хеҙмәте. Ул йылда биләмә сүп-сарҙан таҙартылған, ер әҙерләнгән, периметр буйлап ылыҫлы ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртылған. Скверҙы төҙөкләндереү оҙаҡ ваҡыт һәм күп сығымдар талап иткәс, ауылда йәшәүселәр үҙҙәре өсөн тағы ҡулайлы юл тапҡан - Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашырға ниәт иткән. Былтыр йәлеп ителгән аҡсаға балалар майҙансығы төҙөлгән. “Максимовка” төбәк ижтимағи үҙидараһы “Байрамдар өсөн урын” ҡала гранты проектын бойомға ашыра. Һөҙөмтәлә скверҙа сәхнә, эскәмйәләр һәм газон барлыҡҡа киләсәк. Был бында йәшәүселәргә йыл һайын 25 сентябрҙә үткәрелгән Максимовка көнөн тағы ла сағыуыраҡ итергә булышасаҡ. Өҫтәүенә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашыра. Фото: баш ҡала матбуғат хеҙмәте.