Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түбәндәге хәбәрҙе еткергән. - Башҡортостандың күп милләтле халҡын изге Христов Воскресение байрамы менән ҡотлайым, – тигән Андрей Назаров. – Был бөйөк байрам беҙҙең йөрәктәребеҙгә шатлыҡ һәм изгелек өҫтәй, йәмғиәттә мөхәббәт, үҙ-ара килешеүсәнлек тәрбиәләй, шәфҡәтлелек һәм яҡындарың тураһында хәстәрлекте нығыта. Республикабыҙҙың төрлө мөйөштәрендә төрлө күркәм байрамдар бара. Ҡорамға килгән һәр православие кешеһе шатлыҡ кисерә, киләсәккә ышаныс менән ҡарай. Пасхаль хеҙмәте матур һәм тантаналы сара түгел, ә ыңғай үҙгәрештәргә юл аса, үҙеңдең үткәнеңде ҡайтанан ҡарау өсөн дә отошло. Фото: Андрей Назаров.