Найти тему
Башҡортостан гәзите

Фельдшер ялға ҡайта алмаған...

Башҡортостандан махсус хәрби операцияға былтыр көҙ киткән 43 йәшлек фельдшер генерал Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт итә. Яңыраҡ санитар инструкторҙарҙың медицина взводы командирына тыуған яҡҡа ҡайтырға ял биргәндәр, тик ул әлегә ҡайта алмауын әйткән, сөнки эш бик күп... “Док” ҡушаматлы хәрбиҙең хәбәр итеүенсә, алғы һыҙыҡ зонаһына травматологтар һәм хирургтар бик кәрәк. Ул медицина өлкәһендә эшләгән яҡташтарына, фронтҡа саҡырып, хеҙмәттәштәренә ярҙам итеүҙе һорап, мөрәжәғәт иткән, тип яҙа “Салауат ерендә” гәзите. “Яралылар күп, был бит һуғыш яланы, ә беҙҙең яугирҙәр үҙҙәрен йәлләмәй һуғыша...” “Яҡташыбыҙҙың хәләл ефете уның холоҡ-фиғеле хаҡында һөйләне. Ғаиләһендә өс бала үҫә, әммә “Док” ҡатынының өгөтләүенә ҡарамаҫтан, доброволец булып китергә ҡарар иткән. Унда үҙенең кәрәгерәк икәнен аңлатҡан. Хеҙмәттәштәре лә уға бик йылы мөнәсәбәттә, егеттең әллә күпме ғүмерҙе ҡотҡарып ҡалыуын һөйләйҙәр. Фельдшер ике тапҡыр Ҡаһарманлыҡ орденына тәҡдим ителгән”. Бына шундай егеттәр бар Башҡортостаныбыҙҙа! Фото: “Салауат ерендә” гәзите.