Хөрмәтле православие христиандары! Һеҙҙе ысын йөрәктән Изге Пасха менән ҡотлайым! Яҡты Христос йәкшәмбеһе христиандар өсөн – ер йөҙөн шатлыҡ, өмөт һәм яҡындарына һөйөү менән һуғарған төп ваҡиға. Пасха тантанаһы йылдан-йыл беҙҙең йәмғиәткә киңерәк инә, динлеләрҙең йөрәген миһырбанлыҡ, яҡтылыҡ һәм изгелек яғында торғандарға ярҙам итеү теләге менән тултыра. Бөгөн Башҡортостан яугирҙәре Ватаныбыҙҙы һаҡлай, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтә, миллионлаған кешегә тыныс тормош ҡайтара. Улар иҫән-һау ҡайтһын тип доғалар ҡылабыҙ. Бөтәбеҙ ҙә бер сафта. Республика халҡы геройҙарыбыҙға посылкалар ебәрә, табиптар һәм медсестралар яралыларҙың ғүмерен ҡотҡара, төҙөүселәр емерелгән өйҙәрҙе тергеҙә. Республикала динлеләр традиция ҡиммәттәрен һаҡлауы, тыныслыҡ һөйөүе, башҡа диндәрҙе лә таныуы һәм хеҙмәт яратыуы менән айырылып тора. Артабан да дәүләт һәм дини ойошмаларҙың үҙ-ара асыҡ һөйләшеүе граждан тыныслығын нығытыр, йәмғиәтебеҙҙе берләштерер тип ышанам. Яҙғы Пасха байрамы өйҙәргә шатлыҡ һәм тыныслыҡ, өмөт һәм изгелек менән инһен. Һәр берегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм уңыштар теләйем!
Өйҙәргә шатлыҡ һәм тыныслыҡ, өмөт һәм изгелек менән инһен
16 апреля 202316 апр 2023
~1 мин