Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Беҙҙә әүҙем һәм тырыш халыҡ йәшәй"

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә барған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсында республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша. Конкурсанттар араһында Күгәрсен районының Исем ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы Юлиә Хренова ла бар. Ул 2014 йылдан Исем ауыл биләмәһе хакимиәтендә эштәр идарасыһы булып эшләй, ә 2019 йылда Исем ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы итеп һайлайҙар. Юлиә Таһир ҡыҙы Хренова 1983 йылда Күгәрсен районының Исем ауылында тыуған. 1999 йылдың июнендә Исем мәктәбен тамамлай һәм Салауат индустриаль техникумының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. 2001 йылдың июнендә “менеджмент” һөнәрен алған йәш белгес Күгәрсен ремонт-техник предприятиеһында (Мораҡ ауылы) һалым буйынса бухгалтер-компьютерсы булып эшләй. 2001 йылдың октябренән 2005 йылдың авгусына тиклем “Исем” совхозы муниципаль унитар предприятиеһында анализ буйынса иҡтисадсы, 2005 йылдың февраленән 2013 йылдың декабренә тиклем “Рәсәй һаҡлыҡ банкы” йәмғиәтенең райондағы бүлексәһендә эшләй, 2013 йылдың декабренән – Исем ауыл советы ауыл биләмәһе белгесе, 2014 йылдан – эштәр идарасыһы, 2019 йылддан – әлеге ваҡытҡа тиклем Исем ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы. Исем ауыл биләмәһенә туғыҙ ауыл ҡарай. Юлиә Таһир ҡыҙы был ауылдар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуға өлгәшкән. Ошо дәүер эсендә бик күп кенә эштәр башҡарғандар. Мәҫәлән, Яңауыл ауылындағы шишмәнең тирә-яғын таҙартып, уны кәртәләп һәм кешеләргә ял итеү урыны эшләгәндәр. 2019 йылда Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында әүҙем ҡатнашып, Исем ауылына трактор алғандар. Исем ауылы биләмәһендә ауылдар тормошо яҡшыра һәм матурлана бара. Һәр ваҡыттағыса төрлө кимәлдәге төҙөкләндереү эштәре әүҙем алып барыла. 2021 йылда Сәлих ауылы халҡы Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, 2022 йылда бик матур балалар майҙансығы төҙөп ҡуйғандар. Быйыл иһә Яңауыл ауылы ошо бәйгелә ҡатнаша, документтарҙы тапшырғандар, әле һөҙөмтәһен көтәләр. “Атайсал” проекты сиктәрендә Сәлих ауылынан ауыл старостаһы Тәлғәт Хөснулла улы Сәлихов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған обелиск эшләгән. 2020 йылда “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында Исем ауыл хакимиәтенә ҡараған өс ауыл призлы урын алған – Исем, Сәлих, Моҡас. Ә республика кимәлендә Исем ауылы “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҙур ауылдар категорияһында 1-се урын яулаған. Бирелгән аҡсаға Исем ауылында балалар спорт-уйын комплексы төҙөгәндәр, Урман урамына асфальт түшәгәндәр. 2021 йылда Сәлих ауылы тағы ла үҙен һынап, район этабында еңеп, республика кимәлендә бәләкәй ауылдар категорияһында 2-се урын яулаған. Улар ҙа ауылдың урамына асфальт түшәткәндәр. – Беҙҙә әүҙем һәм тырыш халыҡ йәшәй. Улар менән эшләүе күңелле. Йыл һайын ағас үҫентеләре ултыртыуҙы ойошторабыҙ. Халыҡ өмәләр үткәрә, тирә-яҡты таҙа һәм тәртиптә тоталар. Изге эштәр ярҙамында ауылдар төҙөкләндерелә, тыуған еребеҙ йәмләнә, тәбиғәтебеҙ яңы һулыш ала, – ти Юлиә Таһир ҡыҙы. Булдыҡлы етәксегә уңыштар теләйбеҙ! Фото: Юлиә Хренованың шәхси архивынан.