Найти тему

“Хаттарығыҙҙы йөрәк аҫтында һаҡлап йөрөтәм”

Хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең береһе, Сергей исемле яҡташтары, тыуған яғына ялға ҡайтыу менән үҙенә хаттар яҙып торған уҡыусылар менән танышырға ашыҡты, тип яҙа “Кумертауское время”гәзите. “Балаларҙың йылы, бер ҡатлыраҡ, изге теләктәре, һүрәттәре тынлыҡ ваҡытында күңелдәрҙе йылыта, улар беҙгә көс бирә, мин уларҙы йөрәк аҫтында һаҡлап йөрөтәм”, ти һалдат. Уҡыусылар өсөн хәрби яҡташтарының мәктәпкә килеүе көтөлмәгән ваҡиға булды. Ул Күмертау ҡалаһы һәм районының хәрби комиссары Максим Пержинский менән дүрт класта булып, тулҡынландырғыс хаттарҙы уҡынылар, балаларға бүләктәр ташырҙылар. Бәләкәй булһалар ҙа, ҡунаҡтарға етди һорауҙар биргән уҡыусылар яугирҙе һоҡландырҙы. “Беҙҙең балаларыбыҙ һис тә “тик-ток” быуыны түгел, уларҙан уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ярҙамында бына тигән кешеләр, һөнәрмәндәр, илһөйәрҙәр үҫеп сығасағына ышанабыҙ”, – тине ҡунаҡтар. – Балаларыбыҙ ысын ҡиммәттәрҙең ниндәй булыуын аңлай, беҙ уны һүрәттәрҙән, әңгәмәләшеүҙән яҡшы тоябыҙ. Улар үҙ еренең бына тигән илһөйәрҙәре, илдәрен бер ҡасан да ташламаҫтар, – тине хәрби яҡташтары. Уҡыусылар ҡыйыу, батыр яугир менән әңгәмәләшеүҙән ҙур тәьҫораттар алды. Геройҙар менән тап ошондай тулҡынландырғыс йылы осрашыуҙар балалар күңеленә илһөйәрлектең тос орлоҡтарын һала ла инде. Фото: Константин Силин.