Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге батальоны яугирҙәренә үткән айҙа гуманитар ярҙам ебәргәндә "Башҡортостан" гәзитенең байтаҡ һандарын да һалғайныҡ. Белеүебеҙсә, унда башҡорт егеттәре күп, шулай уҡ туғандаш халыҡтарыбыҙ ҙа телебеҙҙе аңлай. - "Башҡортостан" гәзите беҙҙе иң ауыр мәлдәребеҙҙең береһендә - бәйләнеш бөтөнләй булмаған, яҡындарыбыҙ менән әллә нисә көн хәбәрләшә алмай йонсоған ваҡытта килеп тапты. Һыуға сарсағандай, уға күмәкләп йәбештек, төрлө һандарын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡып сыҡтыҡ. Күңелебеҙгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ көс бирҙе, дауа булды "Башҡортостан"ыбыҙ. Республикабыҙҙың тормошо, яҡташтарыбыҙҙың хәле, ҙур тырышлыҡ менән матур, имен, татыу йәшәргә ынтылышы хаҡында уҡып, шул ҡәҙәр һөйөндөк. Махсус хәрби операциялағыларға дәррәү ярҙам күрһәтелеүе, төрлө кәрәк-яраҡтарҙы ихлас эшләүҙәре тураһындағы яҙмаларҙан хатта күҙҙәребеҙгә йәш төйөлдө. Ҙур рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле яҡташтарыбыҙ! Һеҙҙең ярҙамығыҙ, даими хәстәрлегегеҙ ауыр хеҙмәтте еңеләйтеп ебәргәндәй. "Башҡортостан"