Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республика халҡын йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүендә ҡатнашырға саҡырҙы. “Бөгөн, 15 апрелдә, 2024 йылда төҙөкләндерәсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү башланды. Ул йыл һайын ил Президенты ҡушыуы менән башланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһына ярашлы үткәрелә. Былтыр 122 йәмәғәт биләмәһе тауышҡа ҡуйылғайны, быйыл бөтә Башҡортостан буйынса – 185. Уның асылы шунда: ниндәй парктарҙы, сквер һәм йәйәү йөрөү зоналарын, яр буйҙарын тәү сиратта тәртипкә килтереү кәрәклеген халыҡ үҙе билдәләй. Объекттарҙы төҙөкләндереүгә средстволарҙы федераль бюджеттан бүләсәктәр. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда. Тауыш биреүҙә Рәсәйҙең 14 йәштән өлкән бөтә граждандары ҡатнаша ала. Ул 2.gorodsreda.ru.платформаһында 31 майға тиклем үтәсәк. Ҡала һәм ауылдарҙағы йәмәғәт киңлектәренең тышҡы йөҙөнә, хәүефһеҙлегенә беҙ айырыуса иғтибар бирәбеҙ. Фе