Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тыуған яҡҡа иҫән-һау ҡайтығыҙ!

Бөгөн Өфөнән Башҡортостан егеттәре хәрби бурыстарын үтәүгә оҙон юлға сыҡты. Уларҙы оҙатыу сараһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев та ҡатнашты: - Илһөйәрлегегеҙ, Тыуған илегеҙгә тоғро хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Түҙемлек һәм уңыштар теләйем. Иҫән-һау, геройҙар булып, еңеү менән тыуған ерегеҙгә тиҙерәк ҡайтығыҙ! - тигән теләктәрен әйтте ул һалдаттарға. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та батырҙарса хеҙмәт иткән Башҡортостан егеттәре менән ғорурланыуын белдерҙе: - Атай-олатайҙарыбыҙ 1812 йылғы Ватан һуғышында ла, Бөйөк Ватан һуғышында ла һынатмаған, бөгөн дә егеттәребеҙ лайыҡлы хеҙмәт итә. Һәм улар менән ғорурланабыҙ. Республика Башлығы Радий Хәбиров хәстәре менән уларға аҙна һайын гуманитар ылау оҙатабыҙ. Предприятиелар, урындағы хакимиәттәр, халыҡ - береһе лә был эштән ситтә ҡалмай. Хәрбиҙәргә нимә кәрәк - барыһын да ойошторабыҙ. Шул уҡ ваҡытта ғаиләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай, - тине ул. Яуаплы һәм ауыр хәрби бурыс үтәргә юлланыуҙарын егеттәр аңлай һәм уларҙың рух ныҡлығы һоҡландырҙы. - Ғаиләм, яҡындарым һағынып көткәйнеләр, ике аҙна буйы ауылда улар янында булдым. Хәҙер бына ҡабат хәрби хеҙмәт урынына барырға ваҡыт етте, - тине “Жан“ позывнойлы егет. “520” позывнойлы хәрби ҙә уға ҡушылды: - Яҡшы итеп ял иттем. Әлбиттә, ике аҙна тиҙ генә үтте лә китте. Хәҙер яңы көс менән ҡабаттан хеҙмәт урынына юлланабыҙ. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! - тине ул, ышаныслы итеп. Оҙатыусылар ҙа майҙан тулы ине. Алыҫ райондан ауылдаштарын оҙатырға килгән күмәк торған апай-ағайҙар менән дә һөйләшеп алдыҡ. - Беҙҙең теләк бер - махсус хәрби операцияға киткән барлыҡ егеттәребеҙ имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын. Илдә тыныслыҡ урынлашһын, - тигән һүҙҙәр яңғыраны. Изге айҙа теләгән теләктәр ҡабул булмай ҡалмаҫ. Ир-егеттәрҙең барыһының да көр кәйефтә Башҡортостанға ҡайтып төшкән мәлдәрен ҡабат күрергә яҙһын. Автор фотолары.