Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала көн һайын янғындар булып тора һәм уларҙа кешеләр һәләк була. Уҙған төн дә тыныс балмаған. Мәҫәлән, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә кис Илеш районының Үрге Йәркәй ауылының Куйбышев урамында йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр. Янғын һағы подразделениелары килгәнгә тиклем ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы төрлө янғында йәрәхәт алған 1934 һәм 1960 йылғы ҡатындарҙы Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһына алып киткән. Һүндереүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Иҫке Күктау һәм Ҡарабаш ауыл советтарының ирекле янғын һүндереү командалары килгәндә 7х8 квадрат метр ҙурлығындағы йортто ут ялмап алған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндергән саҡта утта һәләк булған 1933 йылғы ир кәүҙәһе табылған. Бөгөн таңға ҡарай, 5.08 сәғәттә, ведомствоға Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылын да янғын уятҡан. Ауылдың Абдуллин урамында йорт янған. Янғын һүндереүселәр килгәндә ике фатирлы йорттоң береһен ут солға