Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бөрө мәктәбе уҡыусыһы – еңеүсе!

Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡыусыларҙың хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының аҙаҡҡы этабына йомғаҡ яһалды. 10 апрелдән 15 апрелгә тиклем республикабыҙ бөтә илдән килгән олимпиадала ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте. – Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы илдә ҙур күләмле интеллектуаль ярыш булып тора. Ул балаларҙың ижади һәләтен, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуын асыҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторола, – тине Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин. – Әммә иң мөһиме – яҡшы кеше булып ҡалыу. Изгелек, ярҙамсыллыҡ, аңлау, ижад кеүек әхлаҡи сифаттар бик мөһим. Ҡәҙерле балалар, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ. Олимпиада эштәрен башҡарыу һөҙөмтәһе буйынса абсолют еңеүсе исемен Бөрө ҡалаһындағы 1-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Ангелина Яндыганова яуланы. Олимпиада призерҙары араһында Өфөләге А.Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы Камилла Нурисламова ла бар. 10-сы кластар араһында олимпиада призеры – Туймаз

Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡыусыларҙың хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының аҙаҡҡы этабына йомғаҡ яһалды. 10 апрелдән 15 апрелгә тиклем республикабыҙ бөтә илдән килгән олимпиадала ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте. – Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы илдә ҙур күләмле интеллектуаль ярыш булып тора. Ул балаларҙың ижади һәләтен, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуын асыҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторола, – тине Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин. – Әммә иң мөһиме – яҡшы кеше булып ҡалыу. Изгелек, ярҙамсыллыҡ, аңлау, ижад кеүек әхлаҡи сифаттар бик мөһим. Ҡәҙерле балалар, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ. Олимпиада эштәрен башҡарыу һөҙөмтәһе буйынса абсолют еңеүсе исемен Бөрө ҡалаһындағы 1-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Ангелина Яндыганова яуланы. Олимпиада призерҙары араһында Өфөләге А.Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы Камилла Нурисламова ла бар. 10-сы кластар араһында олимпиада призеры – Туймазының 7-се мәктәп уҡыусыһы Аделия Хәйруллина. 39-сы гимназияның 11-се класс уҡыусыһы Ильяс Ғәлимханов шулай уҡ призерҙар рәтендә. – Уҡыусыларҙың хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашыуы – бик ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ. Балаларҙың ҡаҙаныштары киләсәктә илдең хоҡуҡи үҫешен уңышлы тәьмин итәсәк лайыҡлы быуын үҫеүенә ышаныс тыуҙыра, – тине Дәүләт Думаһы комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина. Еңеүселәрҙе яҡшы сығыштары менән ҡотлайбыҙ! Башҡортостан һеҙҙең менән ғорурлана! Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.