Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә “Мәктәп туризмы” программаһында ҡатнашыусыларҙың тәүге төркөмөн баш ҡаланың ихлас ҡаршылауын белдерҙе. “Башҡортостан буйлап сәйәхәт итәбеҙ! Стәрлетамаҡ районынан 45 бала бөгөн Өфөгә экскурсияға килде. Улар – 2023 йылда “Мәктәп туризмы” программаһының тәүге ҡатнашыусылары. Балалар өсөн Өфө һәм Башҡортостан тарихына, республиканы данлаған билдәле кешеләргә арналған махсус тарихи-патриотик маршрут әҙерләнде. Сәйәхәт Совет майҙанынан һәм легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленән башланды. “Мәктәп туризмы “ – федераль программа. Былтыр беҙ пилот төбәге булдыҡ, яҡшы һөҙөмтә күрһәттек. 2023 йылда федераль бюджеттан күберәк аҡса алдыҡ – 188,7 миллион һум. Тағы ла 75,5 миллион һум – республика бюджетынан. Һөҙөмтәлә йыл аҙағына тиклем төбәк буйынса сәйәхәткә 38 меңгә яҡын 5-9-сы класс уҡыусыларын йәлеп итә алабыҙ. Беҙҙең республика – мауыҡтырғыс тарихи һәм архитектура ҡомартҡылары, бай һәм төрлө тәбиғәте, тау, дала һәм урмандары