Кисә Баймаҡ – Амангилде – Сермән автомобиль юлының етенсе саҡрымында иртәнге сәғәт ун тирәһендә 84 йәшлек ир рулгә идараны юғалтып, юлдан ситкә сығып китә. Һөҙөмтәлә ул 80 йәшлек ҡатыны менән медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Ярты сәғәттән һуң ошо уҡ юл участкаһында 42 йәшлек урындағы кеше идара иткән шул уҡ маркалы – “ВАЗ-2106” автомобиле аварияға осраған. Бәхеткә күрә, был юлы береһе лә зыян күрмәгән. Водителдәр әйтеүенсә, был участкала авария көслө ел арҡаһында килеп сыҡҡан. “Хөрмәтле водителдәр, хәтерегеҙгә төшөрәм, республиканың ҡайһы бер райондарында һауа шарттары боҙолдо, ҡар яуҙы. Күпселек водителдәрҙең бөгөнгө көндә йәйге тәгәрмәстәргә күсергә өлгөргәнен иҫәпкә алып, юл шарттарының яҡшырыуын көтөп, был райондарға барыуҙан тыйылырға, ә юлда һауа шарттарына ярашлы тиҙлек режимын һайларға, билдәләнгән араны үтәргә һәм маневр ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа кәңәш итәм. Барыһына ла хәүефһеҙ юлдар теләйем. Һауа торошоноң киҫкен ҡатмарлашыуын иҫәпкә алып, Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙә