Найти тему
Башҡортостан гәзите

Афған һуғышын үткән яугир ауылды үҫтереүгә тос өлөш индерә

“Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә иғлан иткән “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсында республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша. Конкурсанттар араһында Әлшәй районының Ғәйнәямаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Алик Усманов та бар. Алик Илфат улы Усманов 1966 йылда Әлшәй районының Ғәйнәямаҡ ауылында тыуып үҫкән. Ауыл мәктәбен тамамлағас, 1984 йылда Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Ошо уҡ йылда көҙ хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Ул 1984 – 1986 йылдарҙа Афғанда хеҙмәт итә. Армиянан һуң уҡыуын тамамлай. Хеҙмәт юлын Аксен ауыл хужалығы техникумында физкультура уҡытыусыһы булып башлай. 1990 – 1994 йылдарҙа Алыҫ Себерҙә эшләй. Тыуған еренә ҡайтҡас, “Искра” хужалығына урынлаша һәм төрлө вазифалар үтәй. 2001 йылда уны Ғәйнәямаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп һайлайҙар. Ун йыл эшләгәндән һуң Ғәйнәямаҡ мәктәбендә, “Колос” агрофирмаһында эшләп ала. 2017 йылда Алик Илфат улын яңынан ауыл хакимиәте башлығы итеп ҡуялар. Ғәйнәямаҡ ауылы биләмәһе районда яҡшылар иҫәбендә, һуңғы йылдарҙа бик күп уңыштарға өлгәшкәндәр. Алик Усманов белдереүенсә, ауыл зыяратын кәртәләгәндәр, әйбер һаҡлау өсөн бина эшләгәндәр. Һуғыш ветерандары обелискыларын яңыртып сыҡҡандар. “Атайсал” проекты буйынса халыҡ һыу алған шишмәне төҙөкләндергәндәр. Иршат, Туҡмаҡбаш зыяраттарының кәртәһен яңыртҡандар. Туҡмаҡбаш ауылы ҡойоһон төҙөкләндергәндәр. Контейнер майҙансыҡтарына бетон түшәп, кәртәләп, ҡыйыҡ эшләп ҡуйғандар. 2022 йылда Ғәйнәямаҡ “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡан. Ауылда төҙөкләндереү эштәре әле лә дауам итә. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн һөт йыйыуҙы ла ойошторғандар. Тыуған ерен үҫтереүгә индергән фиҙакәр хеҙмәте өсөн Алик Усманов республиканың Ауыл хужалығы, Мәҙәниәт министрлыҡтарының, Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр ассоциацияһы советының маҡтау ҡағыҙҙары, Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан өсөн миҙал менән бүләкләнгән. Фото: Алик Усмановтың шәхси архивынан.