Башҡортостан Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә ҡыуанысы менән уртаҡлашҡан: “Беҙҙең Өфө нефть техник университетының өс заявкаһы ла “Университеттың технологик эшҡыуарлыҡ платформаһы” проектының акселерацион программаларын үткәреүгә ойошторолған федераль конкурстың еңеүсеһе булды. Уларҙы финанслау 17 миллион һум тәшкил итәсәк. Тимәк, быйыл вузда уҡыу яңы программалар буйынса алып барыласаҡ: “Евразия акселерацион программаһы”, ”Креатив индустриялар” һәм “USPTUtech”.Яңы йүнәлештәрҙең студенттарыбыҙға инновацион продукттар буйынса үҙҙәренең башланғыстарын тормошҡа ашырырға һәм стартап-проекттарҙы башларға ярҙам итәсәгенә ышанам. Апрелдә үк “Евразия акселерацион программаһы” старт ала. Тәүге лекция үткәреләсәк, темаһы – “Проекттарҙы акселерациялау өсөн вуз һәм партнерҙар ресурстарына күҙәтеү яһау. Стартап-проект төшөнсәһе, проекттың йәшәү циклы”. Студенттарҙы, магистранттарҙы, уҡытыусыларҙы https://leader-id.ru/events/420990 платформаһында теркәлергә саҡырабыҙ. Был программаға ярашлы, «Leader-ID» мәғлүмәт системаһын файҙаланып, 30-ға яҡын сара үткәреү планлаштырыла. Бөтәһе 500-ҙән ашыу кеше уҡытыласаҡ, кәм тигәндә 70 стартап - проекты булдырыласаҡ. Һеҙҙе ҡыҙыҡлы саралар, лекциялар, эксперттар менән осрашыуҙар, воркшоп һәм нетворкингтар көтә". Фото:VK.com