Мәсетле районынан ирле-ҡатынлы Лилиә менән Ринат Хәбировтар Беренсе каналда барған “Мөғжизәләр яланы”нда ҡатнашты. Улар икеһе лә - Мәскәүҙәге “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор ансамбле солистары. Улар күптән илдең баш ҡалаһында йәшәй. Сираттағы тапшырыу бәлештәргә арналғайны. Ринат сарала ҡатнашып ҡына ҡалманы, “Ҡара юрға” йырын да башҡарҙы. Уның ҡатыны Лилиә иһә бейене. Тағы ғаилә башлығы тапшырыуҙы алып барыусы Леонид Якубовичҡа милли уйын ҡоралыбыҙ ҡурайҙы бүләк итте. Шуныһы һөйөнөслө: Ринат “Мөғжизәләр яланы”н яуланы – еңеүсе тип танылды. Өҫтәүенә, ул бер юлы өс хәрефте дөрөҫ әйтеп, шкатулкалағы аҡсаны ла алды. Ә бына ул суперуйындан баш тартты һәм йыйған мәрәйҙәренә кухня гарнитурын һайлап алды. Фото: vk.com/wall158075116_10164