Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, заманса ике ультратауыш аппараты алынды. Яңы ҡорамалдар ярҙамында ҡорһаҡ ятҡылығы ағзаларын, ҡалҡан һәм һөт биҙҙәре, лимфа төйөндәре,бөйөр һәм башҡа ағзаларҙы тикшерергә мөмкин. Аппарат тикшереүҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, өҫтәүенә медицина ярҙамы сифатын юғалтмайынса үтәргә мөмкинлек бирә. Улар медицина һүрәттәренең юғары сифатлылығын тәьмин иткән яңы датчиктар менән йыһазландырылған һәм сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға булыша. Патология асыҡланғанда пациенттар диагнозды асыҡлау һәм дауалау юлын һайлау өсөн табиптарға ебәрелә. – Йыл һайын беҙҙең медицина учреждениеһында 28 меңдән ашыу ультратауыш тикшереүе үткәрелә. Заманса аппараттарҙың алыныуы беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға. Тимәк, Илеш халҡын медицина хеҙмәтләндереүе лә яҡшырасаҡ. Яңы ҡорамалдар файҙаланыуға тапшырылды ла инде ,– ти Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәзидә Ғатауллина. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ ука