“Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсын иғлан иткәйне. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша. Конкурсанттар араһында Ауырғазы районының Өршәк ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы Рәмил Исмәғил улы Абдрахманов та бар. Рәмил Исмәғил улы Абдрахманов 1966 йылда Ауырғазы районының Ҡорманай ауылында тыуған. 1973 – 1983 йылдарҙа Ҡорманай урта мәктәбендә уҡый. Мәктәпте тамамлағандан һуң бер йыл “Урожай” колхозында механизатор булып эшләй. 1984 – 1986 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән һуң тыуған ауылына ҡайта. 1987 йылдың ғинуарында 2-се бригадаға бригадирҙың иҫәп буйынса ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылдың көҙөндә, имтихандарҙы уңышлы тапшырғандан һуң, Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Иҡтисад факультетын тамамлағандан һуң “Яңы юл” колхозына баш иҡтисадсы итеп эшкә ҡабул ителә. 1996 йылдан бирле Өршәк ауыл биләмәһ