“Изгелек парикмахерҙары” махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының - ата-әсәһенең, ҡатындрының, балаларының - сәсен рәткә килтереп ҡыуандырҙы. Проекттың исеменән аңлашылыуынса, оҫталар быны, әлбиттә, бушҡа башҡарҙы. Бындай мәрхәмәтлек акцияһын Татьяна Овсянникова башлап ебәргән. Уның әйтеүенсә, һигеҙ оҫта Тәтешле районында йәшәгән 75 кешегә матурлыҡ бүләк иткән. “Беҙгә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған батырыбыҙ Фәнис Хөсәйеновтың тол ҡатынын, уның ҡыҙын хеҙмәтләндереү насип булды. Ҡыҙсыҡ шул тиклем атаһына оҡшаған, бик сос, алсаҡ һәм күңелсәк”, тип һөйләне Татьяна Овсянникова “Башинформ” яңылыҡтарына. Изгелек ҡылыусы парикмахерҙар тағы ла Нефтекама, Бөрө һәм республиканың башҡа ҡалаларына ла барып, үрҙә һанап кителгән категория кешеләрен хеҙмәтләндермәксе. Уларға ҡарттар, балалар йорттарынан, психоневрология интернатынан, мөмкинлектәре сикле кешеләрҙән, йүнәлмәҫлек ауырыуҙарҙан да сәстәрен рәтләү буйынса мөрәжәғәттәр килә. Фото: “Башинформ”.