Быйыл Башҡортостандың 900-ҙән ашыу пенсионеры һәм инвалиды республика программаһы ярҙамында сәйәхәткә сыға аласаҡ. 27 апрелдән алып республикала өлкәндәргә туристик путевкалар хаҡының бер өлөшөн субсидиялауға сертификаттар тапшырыласаҡ. Был сара “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” проектына һәм “Башҡортостанда тышҡы һәм эске туризмды үҫтереү” программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Сертификаттар Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында һәм “Ғаилә” район-ара үҙәктәрендә бирелә. Быйыл республика маршруттары буйынса эксперт советы тарафынан 154 социаль тур һайланған. 2023 йылда 7,8 миллион һум суммаһына 905 кеше путевкалар менән тәьмин ителәсәк. “Демография” милли проекты (национальный проект "Демография") биш федераль проектты үҙ эсенә ала, шуларҙың береһе– “Өлкән быуын”. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһында демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу саралары тураһында” Указдың һигеҙ поручениеһы 2024 йылға үтәлергә тейеш