Раевка үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медицина звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, ике яңы ҡорамал – юғары кимәлдәге һәм сенсор идараһына эйә универсаль ультратауыш сканерҙары алынды. ”Ру-Скан 60” аппаратының хаҡы –12 миллион һумдан ашыу. Яңы ҡорамал юғары визуаль күрһәткестәргә һәм һүрәттәрҙе заманса эшкәртеү технологияларына, киңәйтелгән сканлау мөмкинлектәренә эйә. Ультратауыш системаһы аппаратты киң ҡулланырға мөмкинлек бирә. Абдоминаль тикшереүҙәр үткәрергә, ҡан тамырҙары, йөрәк торошон тикшерергә, акушерлыҡ һәм гинекологияла файҙаланырға мөмкин. –Яңы ҡорамалдарҙың техник мөмкинлектәре ҙур. Уларҙың ярҙамында ағза структураһындағы ваҡ ҡына үҙгәрештәрҙе лә күрергә, сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға була, – ти дауахананың баш табибы Венер Иҙекәев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисад