Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡытай инвесторы Башҡортостанда предприятие асырға теләй

Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһында гепарин һәм уның нигеҙендә медицина продукцияһы етештереүгә махсуслашҡан ҡытай компанияһы вәкилдәре менән осрашыу үтте. Инвестор Башҡортостанда, атап әйткәндә, “Алға” махсус иҡтисади зонаһында производствоны урынлаштырыу мөмкинлеген ҡарай. Бында инвесторҙарҙы резиденттарға бирелгән өҫтөнлөктәр, шулай уҡ әҙер инженер инфраструктураһы йәлеп итә. Башҡортостан Республикаһы яғынан кәңәшмәлә төбәктең Сәнәғәт министрлығы, Үҫеш корпорацияһы һәм Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса территориаль органы вәкилдәре ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡытай 2 – 3 июндә Сибай ҡалаһында үтәсәк “Урал аръяғы-2023” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының уҙаҡташ иле буласаҡ. Үткән осрашыуға Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов аңлатма бирҙе. – Аралашыу барышында Ҡытай коллегалары сеймал базаһы, перспективалы һатыу баҙары һәм кадрҙар потенциалы йәһәтенән республиканың йәлеп итеүсәнлегенә и

Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһында гепарин һәм уның нигеҙендә медицина продукцияһы етештереүгә махсуслашҡан ҡытай компанияһы вәкилдәре менән осрашыу үтте. Инвестор Башҡортостанда, атап әйткәндә, “Алға” махсус иҡтисади зонаһында производствоны урынлаштырыу мөмкинлеген ҡарай. Бында инвесторҙарҙы резиденттарға бирелгән өҫтөнлөктәр, шулай уҡ әҙер инженер инфраструктураһы йәлеп итә. Башҡортостан Республикаһы яғынан кәңәшмәлә төбәктең Сәнәғәт министрлығы, Үҫеш корпорацияһы һәм Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса территориаль органы вәкилдәре ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡытай 2 – 3 июндә Сибай ҡалаһында үтәсәк “Урал аръяғы-2023” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының уҙаҡташ иле буласаҡ. Үткән осрашыуға Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов аңлатма бирҙе. – Аралашыу барышында Ҡытай коллегалары сеймал базаһы, перспективалы һатыу баҙары һәм кадрҙар потенциалы йәһәтенән республиканың йәлеп итеүсәнлегенә иғтибар итте. Хәҙер беҙҙең төп бурыс – майҙансыҡ һайлап алыу һәм сеймал менән тәьмин итеүселәр пулын билдәләү. Профилле министрлыҡтар менән берлектә беҙ ошо мәсьәләләрҙе тикшерәсәкбеҙ һәм инвестор менән һөйләшеүҙәрҙең киләһе этабына күсәсәкбеҙ, – тип аңлатты Наил Ғәббәсов. Һөйләшеүҙәрҙең беренсе раунды йомғаҡтары буйынса, ҡунаҡтар проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә инвесторҙың һәм республика власы органдарының артабанғы уңышлы хеҙмәттәшлегенә өмөт белдерҙе. Белешмә: Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы бер тәҙрә форматында эшләп, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарында ла оҙатыу менән шөғөлләнә. Белгестәр проекттарҙы концепцияны эшләүҙән алып, объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуға тиклем бөтә стадияларында ла бушлай нигеҙҙә оҙатып йөрөй. Инвестиция проекттарын бушлай оҙатыуҙан тыш, Үҫеш корпорацияһы шулай уҡ потенциаль инвесторҙар бизнес-кейстар өсөн бизнес-пландар һәм әҙер инвестиция тәҡдимдәре әҙерләүҙе тормошҡа ашыра. Ведомство күрһәткән хеҙмәттәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте сайтта – https://kr-rb.ru/ һәм (347)214-90-70 телефоны буйынса алырға мөмкин. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru