Күптәр иртәнге намаҙҙы иң ауыры тип һанай. Ә йоҡонан ваҡытында уяныу физик һәм рухи ныҡлыҡ талап итә. Иң мөһиме — иртәнге ғибәҙәттең биш намаҙ араһында айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген оноторға ярамай. “Намаҙҙы көндөҙҙән ҡараңғы төнгә ҡәҙәр (өйлә, икенде, аҡшам, йәстү) ҡыл, ә Ҡөрьәнде таңда, шаһиттар (фәрештәләр) янында уҡы”, – тиелә изге китапта. Тимәк, иртәнсәк әҙәм балаһы яңғыҙ булмай, уның доғаларын тыңлаусылар бар. “Ике йөҙлөләр иртәнге һәм төнгө намаҙҙарҙы уҡыуҙан ситләшергә тырышалыр, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Әгәр ошо сәбәпле нимә юғалтҡанын белһәләр, ғибәҙәт ҡылырға тубыҡланып булһа ла килерҙәр ине”. Эйе, иртәнге намаҙҙы уҡымау Аллаһ Тәғәләнең ярҙамынан мәхрүм ҡалыуға килтерә. Ошолай булмаһын өсөн ныҡлы әҙерлек кәрәк. * Физик әҙерлек. Йоҡлар алдынан бүлмәне елләтеү һәм йәстүҙән һуң ваҡытында йоҡларға ятыу зарур. Сәғәттең уятҡысын ҡуйырға онотмаҫҡа кәрәк. * Аҡыл әҙерлеге. Иртәнге намаҙҙың ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйәлеген, уны ҡалдырырға ярамағанлығын а